Новости
21 Ноября 2025, 05:21

Башҡортостан уҡыусыларын һәм студенттарын «Йәшел зачет»та ҡатнашырға саҡыралар

«Йәшел зачет» Бөтә Рәсәй экологик конкурсы 2025 йылдың 18 ноябрендә старт алды. Беренсе этап 15 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостан уҡыусыларын һәм студенттарын «Йәшел зачет»та ҡатнашырға саҡыраларБашҡортостан уҡыусыларын һәм студенттарын «Йәшел зачет»та ҡатнашырға саҡыралар
Башҡортостан уҡыусыларын һәм студенттарын «Йәшел зачет»та ҡатнашырға саҡыралар

Конкурста 8-11 класс уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарының 1-2 курс студенттары ҡатнаша ала. Иң күп балл йыйған балалар икенсе, көндөҙгө этапҡа үтәсәк - ул 2026 йылдың февралендә буласаҡ.

Ҡатнашыусыларҙы биология, химия, география һәм экология буйынса уникаль мәсьәләләр көтә, уларҙы Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты һәм Д.И.Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университеты уҡытыусылары әҙерләгән. 

 

"Йәшел зачет" еңеүселәрен дә 2026 йылдың февралендә билдәләйәсәктәр. Улар Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн өҫтәмә балл аласаҡ, ә уларҙың ҡаҙаныштары күренекле һәләттәрен күрһәткән кешеләр тураһында дәүләт ресурсына индереләсәк – был «Сириус» университеты программаларына, стажировкаларға һәм фәнни-белем биреү проекттарына инеү мөмкинлеген асасаҡ.

Заданиелар 2025 йылдың 15 декабренә тиклем конкурс сайтында бирелгән: https://vk.cc/cRqj9r 

Башҡортостан уҡыусыларын һәм студенттарын «Йәшел зачет»та ҡатнашырға саҡыралар
Башҡортостан уҡыусыларын һәм студенттарын «Йәшел зачет»та ҡатнашырға саҡыралар
Башҡортостан уҡыусыларын һәм студенттарын «Йәшел зачет»та ҡатнашырға саҡыралар
Башҡортостан уҡыусыларын һәм студенттарын «Йәшел зачет»та ҡатнашырға саҡыралар
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас