Рух
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2025, 15:37

Башҡортостанда транспорт һалымын нисек экономияларға: һалым хеҙмәтенән ҡағиҙә

Башҡортостанда транспорт һалымының түбән ставкаһы ғәмәлдә, әммә был ташлама менән намыҫлы һалым түләүселәр генә файҙалана ала. Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығында аңлатыуҙарынса, 2026 йылдың 1 ғинуарына һалым бурысының булыуы 2025 йыл өсөн транспорт һалымын тулы ставка буйынса автоматик рәүештә яңынан иҫәпләүгә килтерә.

Башҡортостанда транспорт һалымын нисек экономияларға: һалым хеҙмәтенән ҡағиҙә
Башҡортостанда транспорт һалымын нисек экономияларға: һалым хеҙмәтенән ҡағиҙә

Белгестәр асыҡлыҡ өсөн ҡеүәте 123 ат көсө булған KIA Rio автомобиле миҫалында иҫәп-хисап килтерә: бурыстар булмағанда хужа 2 460 һум түләй, ә ваҡыты үткән осраҡта сумма 4 305 һумға тиклем арта, айырма 1 845 һум тәшкил итә.

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Андрей Агапов граждандарға бурыстарҙың барлығын һалым түләүсенең шәхси кабинеты, «ФЛ Һалымдары» мобиль ҡушымтаһы йәки «Дәүләт хеҙмәттәре»порталы аша тикшерергә тәҡдим итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын түләү ваҡыты 2025 йылдың 1 декабрендә тамамлана. Ваҡытында түләү автомобилселәргә киләһе йылда льготалы һалым һалыу хоҡуғын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас