Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2025, 15:20

Башҡортостанда MAX мессенджерында Күп функциялы үҙәктең чат-боты эш башланы

Күп функциялы үҙәккә шылтыратыуһыыҙ һәм сиратһыҙ эләгеп буламы? Бик еңел!  

Башҡортостанда MAX мессенджерында Күп функциялы үҙәктең чат-боты эш башланы
Башҡортостанда MAX мессенджерында Күп функциялы үҙәктең чат-боты эш башланы

5 сентябрҙән Башҡортостанда йәшәүселәрҙең MAX милли мессенджерында рәсми чат-бот аша Күп функциялы үҙәктәр хеҙмәттәрен алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Сервис граждандарҙың Күп функциялы үҙәктәр менән үҙ-ара эш итеүен тағы ла уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү өсөн булдырылған. Яңы цифрлы ярҙамсы дистанцион рәүештә Күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй бүлегенә ҡабул итеүгә яҙылырға, яҙманы ғәмәлдән сығарырға йәки күсерергә, шулай уҡ үҙенең мөрәжәғәтенең статусын белергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, уның ярҙамында кәрәкле үҙәктең адресын һәм эш графигын тиҙ табырға, алынған хеҙмәттәрҙең сифатын баһаларға һәм кире бәйләнеште ҡалдырырға мөмкин.

- MAX мессенджерында чат-ботты эшләтеп ебәреү - был беҙҙең хеҙмәттәрҙе цифрлаштырыуға тағы бер аҙым. Беҙ мәғлүмәт алыу һәм ҡабул итеүгә яҙылыу процесын мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышабыҙ, − тип билдәләне Башҡортостан республикаһының күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

 
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас