Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы халҡы 1967 йылда төҙөлгән Мәҙәниәт һарайының заман талаптарына яуап бирмәүе, бинаныңиҫкергәнлеге, тамаша залында урындар етмәүе тураһында борсолоу белдерҙе.
955 квадрат метр майҙанда урынлашҡан бинала барлығы 242 урын.
Радий Фәрит улы был һорауҙың Хөкүмәттә күҙ уңында тотолоуын билдәләп үтте. Район территорияһында күләмле эштәр алып барған Урал тау-металл компанияһы менән һөйләшеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә килешеүгә килгәндәр. Был компания Аҡъярҙа Мәҙәниәт һарайын төҙөргә вәғәҙә биргән. Улар проект төҙөй һәм алдағы йылда төҙөлөш башланасаҡ.
Шулай уҡ Өфөнөң Дим районы халҡы ла ошондай һорау менән сыҡты. Улар "Орион" ижад һарайының ремонт эштәре ҡасан тамамласағы менән ҡыҙыҡһына.
Өфө мэры Ратмир Мәүлиев экспертиза үткәрелеүе, был маҡсатта 30 миллион һумдан артығыраҡ аҡса бүленгәнлеге тураһында һөйләне. Мәҙәниәт усағы 15 декабргә асыласаҡ,тип белдерҙе ул.