

Башҡортостанда Ввразия карбон полигоны участкаларында ялан миҙгеле уңышлы тамамланды. Өфө вуз-ара кампусы резиденттары, Өфө дәъләт нефть техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар уемверситеты Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Өфө биология институты ғалимдары менән берлектә күләмле тикшеренеү эштәре алып барҙы. Уның төп маҡсаты – төрлө экосистемаларҙың парник газдарын йотоу һәләте тураһында аныҡ мәғлүмәттәр алыу, был халыҡ-ара климат йөкләмәләрен үтәү һәм декарбонизация стратегияларын эшләү өсөн бик мөһим.
Тикшеренеүҙәр төрлө экосистемаларҙы - ҡалдау ерҙәрҙе, далаларҙы, һаҙлыҡтарҙы һәм урмандарҙы үҙ эсенә ала. Был төбәктең углерод балансының дөйөм картинаһын төҙөргә мөмкинлек бирә. Бөтә участкаларҙа ла заманса технологиялар комплексы ҡулланыла, ул юғары аныҡлыҡ һәм мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тәьмин итеүсе пилотһыҙ осоусы аппарат ҡулланып, дистанцион зондлауҙы үҙ эсенә ала. Климат актив газдар ағымының йотолоуын һәм эмиссияһын һәм йотолған атмосфера углеродының тупланыу динамикаһын аныҡ баһалау өсөн, үҫемлектәрҙә һәм тупраҡта төрлө газ анализаторҙары һәм приборҙары ҡулланып, ер өҫтө үлсәүҙәре үткәрелә.
- Алынған мәғлүмәттәр лаборатория стеналарында ҡалмай. Улар юғары рейтинглы халыҡ – ара журналдарҙа баҫылып сыға һәм тәбиғи экосистемаларҙың углеродты кәметеү потенциалын арттырыуға йүнәлтелгән климат проекттарын верификациялау өсөн ҡулланыла, - тип билдәләне Өфө дәүләт нефть техник университетының Декарбонизация технологиялары үҙәге директоры урынбаҫары Павел Широких.
Ғалимдарҙың Евразия карбон полигонында эшмәкәрлеге кадрҙар әҙерләү өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә-ӨДНТУ-ла климат тематикаһы буйынса бер нисә белем биреү программаһы эшләй башланы, унда буласаҡ белгестәр ошондай мәғлүмәттәр һәм технологиялар менән эшләргә өйрәнә. Республикала Евразия карбон полигоны алдынғы фәнни майҙансыҡ булып тора, унда тәбиғәт процестарын детекле өйрәнеү илдең экологик хәүефһеҙлеген һәм түбән углеродлы үҫешен тәьмин итеү өсөн практик ҡарарҙар нигеҙенә һалына.