+1 °С
Болотло
Бәйләнештә алдынғы федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнаша. Эфир яҡынса дүрт сәғәт дауам итә.
«Тура бәйләнеш»те БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдарында, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһында һәм Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.
Алып барыусылар – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина һәм республика етәксеһенең матбуғат сәркәтибе Денис Ғәниев.