Рух
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2025, 12:56

МАХ-стан шылтыратыуҙар һәм СМС-хәбәрҙәр БДБ илдәрендә лә үтә

Был турала милли мессенджерҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

МАХ-стан шылтыратыуҙар һәм СМС-хәбәрҙәр БДБ илдәрендә лә үтә
МАХ-стан шылтыратыуҙар һәм СМС-хәбәрҙәр БДБ илдәрендә лә үтә

Хәҙер Рәсәй мессенджеры МАХ аша Әзербайжанға, Әрмәнстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Молдоваға, Тажикстанға һәм Үзбәкстанға яҙырға һәм шылтыратырға мөмкин. Хәбәрҙә был яңылыҡ «миллионлаған ҡулланыусыға сит илдәрҙәге яҡындары менән аралашырға мөмкинлек бирәсәк», тип әйтелә.

Шулай уҡ мессенджерҙың матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, был илдәрҙең ҡулланыусылары менән аралашыу өсөн уларҙы контакттар исемлегенә индерергә кәрәк. Бының өсөн әңгәмәсегә һылтанма-саҡырыу ебәрергә мөмкин. Ике факторлы аутентификация, уны «Приватность» бүлегенә индерергә мөмкин, профилдең хәүефһеҙлеген көсәйтергә мөмкинлек бирә.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас