Рух
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2025, 11:43

Башҡортостанда боҙло ямғыр яуыуы көтөлә

Башҡортостан Республикаһы Арктиканан килгән һалҡын һауа массаларының туранан-тура йоғонтоһо аҫтында ҡалды. Һауа температураһы ҡапыл түбәнәйҙе, урыны менән епшек ҡар яуҙы, юлдарҙа хәүефле боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Алдағы көндәрҙә төбәктә нимә көтөлә? Ентекле прогнозды Башгидромет синоптиктары тәҡдим итә.

Башҡортостанда боҙло ямғыр яуыуы көтөлә
Башҡортостанда боҙло ямғыр яуыуы көтөлә

Кесе йома, 6 ноябрҙә, метеорологтар мәғлүмәте буйынса, бер аҙ ямғыр яуыуы, ә республиканың көнсығышында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ айырым райондарҙа боҙлауыҡ, боҙло ямғыр фаразлана, был сымдарҙың һәм ағастарҙың боҙланыуына килтереүе ихтимал. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм көслө боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Һауа температураһы төндә -1 градустан +4 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк (аяҙытҡанда термометр бағанаһы -6 градусҡа тиклем төшөүе мөмкин), көндөҙ +1...+6 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын, әммә урыны менән көсәйеүсән.

Йома, 7 ноябрҙә, һауа шарттары ҡатмарлы булып ҡаласаҡ: йәнә ямғыр яуасаҡ, таулы райондарҙа – ҡар ҡатыш. Юлдарҙа боҙлауыҡ һәм боҙло ямғыр булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -1 градустан +4 градусҡа тиклем тирбәлә, көндөҙ +2 ...+7 градусҡа тиклем күтәрелә. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе, айырыуса юлдарҙа, бик һаҡ булырға һәм сәфәрҙәрен планлаштырғанда насар һауа шарттарын иҫәпкә алырға саҡыралар.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас