Рух
+16 °С
Облачно
Новости
4 Ноября 2025, 12:20

Радий Хәбиров Өфөләге Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалды

4 ноябрь, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 400 йыллығына ҡарата ҡуйылған Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.    

Добавить в предпочтительные источники Google

Рус һәм башҡорт халҡының туғандарса дуҫлығын сағылдырған һәйкәлгә 1957 йылда нигеҙ һалына, уны 1965 йылда тантаналы асалар. 

Радий Хәбиров бөтә республика халҡын дуҫлыҡ һәм дөйөм берҙәмлек байрамы менән ҡотланы. Ул әлеге ҡатмарлы осорҙа ла беҙ ижад итәбеҙ, төҙөйбөҙ, зарланмайбыҙ - ошонда төбәктең көсө, тип белдерҙе.

Фото glavarb.ru сайтынан

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас