

Башҡортостан Республикаһы көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөткән уҡыусыларҙы «шайморатовсылар»ға бағышлау тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул ҡунаҡтар һәм рәсми кешеләр менән бергә һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Радий Хабиров балаларға мөрәжәғәт итте:
«Ҡәҙерле уҡыусылар!
Сегодня для вас – особый день.
Бөгөн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн. Дәүләт байрамында, Республика көнөндә һеҙ милли геройыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөүселәрҙең ҙур ғаиләһенә инәһегеҙ... «Шайморатовсылар» рәтенә ингәс, һеҙ юғары намыҫ һәм маҡсатҡа ынтылыш эстафетаһын ҡабул итәһегеҙ. Тимәк, уҡыуҙа ныҡышмалылыҡ, спортта - еңеүгә ынтылыш, тормошта - ярҙамға килергә әҙерлек күрһәтергә тейешһегеҙ.
Һеҙ шайморатовсылар символикаһы менән форманы намыҫ һәм ғорурлыҡ менән кейерһегеҙ, тип ышанам. Һынауҙарҙан ҡурҡмаҫһығыҙ, хыялыгыҙға ҡыйыу барырһығыҙ.
Ҡәҙерле балалар! Бөйөк ата-бабаларыбыҙҙың, ватанды һаҡлаусыларҙың күп быуындарының ҡаһарманлығына лайыҡлы булығыҙ! Һеҙгә тормошта ҙур үрҙәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйем. Уңыштарығыҙ менән ҡыуандырығыҙ! Һеҙҙе ошо мөһим көн менән ҡотлайым.




Настасья Федорова Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбенең 5-се класында уҡый:
«Бер аҙ борсолабыҙ, беҙ бында тотош класс менән».


Денис Блохин, Иглин ауылының 4-се мәктәбе:
««Шайморатовсы" булыу бик яуаплы. Яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк».


Маша Кулакова, Стәрлетамаҡ:
«Бөгөн бик яуаплы көн».
Артабан Рәсәй Геройы Руслан Ғарифуллин «шайморатовсыларға» сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
Балалар республиканың бөтә мөйөштәренән килде. Һәр «шайморатов» класы МХО-ла ҡатнашыусыларҙан байраҡ алды. Бөтә бағышланыусылар ҙа ант бирҙе: «Бөгөнгө тантаналы көндә мин, «шайморатов»класында уҡыусы, иптәштәрем һәм уҡытыусыларым алдында «шайморатовсы» исемен хөрмәт менән йөрөтөргә ант итәм!»