

9 октябрҙә 19.00 сәғәттә «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә «ЭтноКод: Переплетение миров» интерактив этношоу премьераһы үтәсәк. Был проектта халыҡ традициялары һанлы киләсәк менән осраша. 12+
Тамашасылар традицион кейеҙ баҫыуҙың тарихын һәм символикаһын, 3D-mapping -ты (ысын һәм виртуаль донъяларҙың ҡушылыуы иллюзияһын тыуҙырған, сәхнәне тере полотноға әйләндергән проекциялар) асыусы хореографик мини-спектаклде ҡараясаҡ. Шулай уҡ башҡорт мәҙәниәте менән рухландырылған кейеҙҙән костюмдар коллекцияһы дефилеһы үтәсәк. 12+
10 октябрҙә – Башҡортостан башлығы башланғысы менән иғлан ителгән Ҡурай көнөндә - «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерты була. Коллектив 80% яңы композицияларҙан торған концерт программаһын тәҡдим итәсәк. Әҙерлек контексында музыкаль етәксе Морат Йәноҙаҡов башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен яңыса эшкәртте. 10 октябрҙә яңғыраясаҡ программаға коллектив «Байыҡ»башҡорт халыҡ көйөнә клип төшөрҙө. Байрамға әҙерлек сиктәрендә күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. 12+
С.Т. Аксаков исемендәге Мәҙәниәт Һәм ял баҡсаһында «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ – «Кредо» өлгөлө эстрада балеты, «Поколение» халыҡ хор коллективы, «Чудетство»эстрада балалар йыры театры үҙ номерҙарын тәҡдим итәсәк. 12+
9 һәм 11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Алға, Башҡортостан!» диктанты, балалар өсөн «Республиканы йый» интерактив танып белеү уйыны, «Башҡортостан» киностудияһы етештергән «Берҙәм ғаиләлә» киножурналын ҡарау. 12+
9 октябрҙә Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында экспозициялар буйлап экскурсиялар уҙғарыла Һәм Булат Йосоповтың «Беренсе республика»нәфис фильмын ҡарау була. 12+
9 октябрҙә Ф.И. Шаляпин исемендәге музыка музейында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған «Тыуған яҡ көйҙәре» музыкаль салоны үтә. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, флейтасы Владимир Семин – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡортостан республикаһы дәүләт филармонияһының флейта төркөмө концертмейстеры һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, пианистка Алина Кругликова ҡатнаша. Музейҙың концерт залында бөйөк башҡорт композиторҙары музыкаһы, шулай уҡ боронғо башҡорт көйҙәре яңғыраясаҡ. 12+
11 октябрҙә С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы Башҡортостан рәссамдары А. А. Петриков, Г. В. Прокшин А.Г. Соловьёв һәм А.С. Фадеевтың күргәҙмәһен асыуға саҡыра. 12+
В.И. Альбанов исемендәге полярсылар музейы Башҡортостандың күренекле кешеләре - полярсылар, хәрби диңгеҙселәр тураһында хикәйә менән музей буйлап тематик экскурсия әҙерләне (8-10 октябрҙә үтәсәк). 12+
9 октябрҙә 13.00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә «Сәскә Ат, Республикам!» әҙәби-музыкаль кисәһе үтәсәк. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың иң матур мөйөштәре буйлап сағыу сәйәхәт көтә. Программала-тере инструменталь музыка, «Салауат Юлаев» легендар башҡорт фильмы фрагментын күрһәтеү, әҙәби уҡыуҙар. Сарала Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Лоҡманов, «Урал Батыр-2024» эпосын башҡарыусылар һәм йәш сәсәндәр конкурсының Гран – при яулаусыһы Регина Ғәлиева ҡатнаша. 12+
10 октябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү сиктәрендә «Аҡбуҙат» эпосы мотивтары буйынса ижад ителгән «Тылсымлы ат күле» спектакленең махсус арт-күрһәтеүе була. Спектаклдән һуң актерҙар менән ижади осрашыу үтәсәк, унда тамашасылар һорауҙар бирә, постановка тураһында белә һәм театр атмосфераһын тағы ла яҡыныраҡ тоя аласаҡ. 12+
10 һәм 12 октябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә композитор Галина Йыһанованың «Ете ҡыҙ» милли балеты күрһәтелә. 12+
11 октябрҙә Өфө «Нур» татар дәүләт театры тамашасыларға йәнә яңы ижад миҙгеленең премьераһын – Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт»пьесаһы буйынса спектаклде ҡарарға мөмкинлек бирәсәк. 12+
9 октябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 35 йыллығына арналған байрам концерты була.» 12+
14 октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең 32-се ижад миҙгеле асыла.12+
11 октябрҙә 15.00 сәғәттә «Родина» кинотеатры режиссер Булат Йосоповтың «Беренсе республика» фильмын ҡарарға саҡыра. 12+
11 октябрҙә Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы муниципаль кинозалдарҙа, район мәҙәниәт йорттарында «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Ике тапҡыр тыуған», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейемдәре», «Ләйсән. Яҙғы ямғыр», «Төньяҡ амурҙар», «Беренсе республика» фильмдарының хәйриә кино күрһәтеүҙәрен ойоштора. 12+
Байрам акциялары, тематик кисәләр һәм осрашыуҙар республиканың ҡала һәм райондарындағы тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙә лә планлаштырылған.
Башҡортостан тарихи-мәҙәни үҙәктәре лә Республика Көнөнә арналған саралар уҙғара. Мәҫәлән, Екатеринбургта Свердловск өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте көнө, Ырымбурҙа И. Х. Ямашева «Сәскә ат, Башҡортостан!». Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған картиналар, фотоһүрәттәр һәм баҫмалар күргәҙмәһе асыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт мәҙәниәт учреждениеларының сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙәге рәсми биттәрендә бирелгән.