Сервис граждандарҙың Күп функциялы үҙәк менән үҙ-ара эш итеүен тағы ла уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү өсөн булдырылған.
Яңы цифрлы ярҙамсы дистанцион рәүештә Күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй бүлегенә ҡабул итеүгә яҙылырға, яҙманы ғәмәлдән сығарырға йәки күсерергә, шулай уҡ үҙенең мөрәжәғәтенең статусын белергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, уның ярҙамында кәрәкле үҙәктең адресын һәм эш графигын тиҙ табырға, алынған хеҙмәттәрҙең сифатын баһаларға һәм кире бәйләнеште ҡалдырырға мөмкин.
- MAX мессенджерында чат-ботты эшләтеп ебәреү - был беҙҙең хеҙмәттәрҙе цифрлаштырыуға тағы бер аҙым. Беҙ мәғлүмәт алыу һәм ҡабул итеүгә яҙылыу процесын мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышабыҙ, − тип билдәләне Башҡортостан Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.
Чат-бот менән эш башлар өсөн смартфонға MAX ҡушымтаһын ҡуйырға, шунан һуң мессенджерҙа эҙләп «Башҡортостан Республикаһы күп функциялы үҙәге» ботын табырға йәки махсус QR-кодты сканерларға кәрәк.