Рух
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2025, 09:32

«Киләсәк энергетикаһына йүнәлеш бирәбеҙ»

«Киләсәк энергетикаһына йүнәлеш бирәбеҙ»: Өфө университеты – Рәсәй форумының традицион ҡатнашыусыһы

«Киләсәк энергетикаһына йүнәлеш бирәбеҙ»
«Киләсәк энергетикаһына йүнәлеш бирәбеҙ»

Өфөлә юбилейлы 25-се Рәсәй энергетика форумы үтә. Иң ҙур ваҡиға тармаҡтың Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡытайҙан йөҙҙән ашыу алдынғы компанияһын берләштерә.

 Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты егерме йылдан ашыу күләмле форумда ҡатнаша һәм һәр ваҡыт эшлекле программаның бер нисә ғилми-ғәмәли сараһы инициаторы булып сығыш яһай. 2025 йылда «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерлыҡ мәктәбе «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара конференцияһын, тармаҡ секцияһын ойоштороусы һәм махсуслаштырылған күргәҙмәлә юғары уҡыу йортоноң төп экспоненты булды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Инновациялар территорияһы» күргәҙмә майҙансығында Өфө фән һәм технологиялар университетының алдынғы инженерлыҡ мәктәбе (ПИШ УУНиТ) экспозицияһын ҡараны һәм тәҡдим ителгән алдынғы эшләнмәләр менән танышты: ДАТ-72 – трамвайҙар өсөн Рәсәй электр двигателе; үтә ҙур тартыу көсө булған ПД-35 двигателе өсөн стартер-генератор һ. б.

- Алдынғы инженерлыҡ мәктәбенең фәнни-техник бурысы – Рәсәйҙең хәрби һәм граждан авиацияһы өсөн донъя кимәленән юғары һөҙөмтәле көс ҡулайламалары, агрегаттар һәм уларҙың системаларын булдырыу, - тип юғары уҡыу йортоноң уникаль технологик бүлексәһе эшмәкәрлегенә аңлатма бирҙе уның директоры Михаил Охотников.

«Урал Энергетикаһы»халыҡ-ара конференцияһы форумдың икенсе көнөнөң төп ваҡиғаларының береһе булды. Өфөнөң күргәҙмә үҙәгенең конгресс-залында энергетика компаниялары һәм предприятиелары вәкилдәре, ғилми берләшмә һәм буласаҡ энергетиктарҙың йәш быуыны – Башҡортостан юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары йыйылды.

  • Конференция барышында энергетика өлкәһендәге ғалимдар һәм тикшеренеүселәр, инженерҙар һәм предприятие белгестәре энергия системаһын үҫтереү өсөн инновацион һәм технологик ҡарарҙарҙы тикшерҙе.

 Атап әйткәндә, Михаил Охотников билдәләүенсә, «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбендә - студенттарҙы инновацион компаниялар-партнерҙар менән кооперацияла аныҡ фәнни-технологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн әҙерләгән майҙансыҡта – әлеге ваҡытта төрлө производство йүнәлештәре өсөн заманса гибрид көс ҡулайламаларын уңышлы эшләйҙәр.

Рәсәй энергетика форумында Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары шулай уҡ эшлекле уйында, энергетика предприятиеларының топ-менеджерҙары менән «галстуктарһыҙ» осрашыуҙа, квестарҙа һәм интерактивтарҙа ҡатнаша.

Справочно.

Напомним, по поручению Президента Владимира Путина в России создается сеть современных кампусов. К 2030 году в стране должно появиться созвездие из 25 кампусов. Работу по данному направлению ведет Правительство Российской Федерации и Минобрнауки России. В настоящее время при поддержке национального проекта «Молодежь и дети» проектируются и строятся 24 таких студгородка. К 2036 году количество кампусов увеличится до 40.

Башкортостан стал одним из пилотных регионов России, где реализуется федеральный проект по созданию сети современных кампусов. Первая очередь Межвузовского студенческого кампуса Евразийского научно-образовательного центра в Уфе была открыта в феврале 2024 года.

#молодежьидети

#нацпроектмолодежьидети

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас