Рух
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2025, 09:36

Башҡортостанда йәшәүселәргә «Голос истории» премияһына ғариза бирергә була

Йәштәргә тарихи белем биреү өлкәһендәге «Тарих тауышы» Бөтә Рәсәй премияһына ғаризалар ҡабул итеү башланды һәм 1 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Башҡортостанда йәшәүселәргә «Голос истории» премияһына ғариза бирергә була
Башҡортостанда йәшәүселәргә «Голос истории» премияһына ғариза бирергә була

Республика халҡына «Голос истории»» премияһына ғариза бирергә тәҡдим иттеләр

Был премия тарихты өйрәнеүҙе йәштәр өсөн мауыҡтырғыс иткән проекттарҙы хуплай. Ул төрлө өлкәләрҙә 10 номинацияны үҙ эсенә ала: ватан тарихын популярлаштырыуҙан алып патриотик тәрбиәгә һәм тарихи хәҡиҡәтте һаҡлауға тиклем.

«Беҙ йәштәр лидерҙарын һәм тикшеренеүселәрҙе генә түгел, музей хеҙмәткәрҙәрен, тарихи проекттар төҙөүселәрҙе һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәрен дә ҡатнашырға саҡырабыҙ, — ти «Тарих тауышы» ойошмаһының генераль директоры Владислав Курбатов. Премияла ҡатнашыу һеҙгә танылыу, яңы таныштар һәм фекерҙәштәрҙән һәм властарҙан ярҙам бирәсәк».

Премия 12 йәштән өлкән Рәсәй граждандары, юридик шәхестәр һәм авторҙар коллективтары өсөн асыҡ. «Рәсәй тарихы тураһында иң яҡшы сит ил проекты» номинацияһында сит ил кешеләре һәм сит ил ойошмалары ҡатнаша ала.

Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә ноябрь аҙағында үтәсәк. Еңеүселәр партнерҙарҙан һәм ойоштороусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ, билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре һәм тарихсылар менән осрашасаҡ, шулай уҡ эшлекле һәм мәҙәни программала ҡатнашасаҡ.

Организаторы премии — АНО «Герои Отечества» при поддержке «Движения первых». Среди партнеров — Министерство просвещения РФ, Российское историческое и военно-историческое общества, Роспатриотцентр, «Социальный навигатор» международной медиагруппы «Россия сегодня», федеральные музеи, депутаты Госдумы и сенаторы.

Премияны ойоштороусылар - «Беренселәр хәрәкәте» ярҙамында «Ватан геройҙары» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы. Партнерҙар араһында-РФ мәғариф министрлығы, Рәсәй тарихи һәм хәрби-тарихи йәмғиәте, Роспатриотүҙәк, «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара медиатөркөмөнөң «Социаль навигаторы», федераль музейҙар, Дәүләт думаһы депутаттары һәм сенаторҙар.

Фото: Беренселәр хәрәкәте сайты

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас