

Асыу көнөндә этнотирмәлә башҡорт теле уҡытыусылары өсөн беренсе сара — семинар үтте. Өфө Фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы факультеты доценты Айгөл Сәғитова Туймазы районында үткән йәйге практика йомғаҡтары тураһында һөйләне. Экспедицияла студенттар урындағы фольклорҙы һәм башҡорт һөйләшенең үҙенсәлектәрен өйрәнгән.
«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә инфраструктура үҫешә, ҡорамалдар етештерелә, тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләнә һәм ил эсендә лә, унан ситтә лә туристик йүнәлештәрҙе алға этәрә. Туристар юғары сифатлы хеҙмәтләндереү һәм онотолмаҫ тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Был сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм мауыҡтырғыс итә.
2025 йылдан Президент Владимир Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: милли проекттар.рф