Рух
+7 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
27 Июня 2025, 06:09

Өфө студенты Ҡытайҙа практика үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетының өсөнсө курс студенты Эльмира Абдрахманова Рәсәй Президенты стипендияһы ярҙамында Харбин инженер университетына (Ҡытай) стажировкаға бара алды. Был «Йәштәр һәм балалар» милли проектының маҡсаттарына ярашлы мөмкин булды, тип һөйләнеләр «Башҡортостан Республикаһы фәнни-мәғариф үҙәгенең Идара итеүсе компанияһы» ойошмаһында.

Өфө студенты Ҡытайҙа практика үттеӨфө студенты Ҡытайҙа практика үтте
Өфө студенты Ҡытайҙа практика үтте

Стажировка барышында Эльмира материалдарҙы өйрәнеү күнекмәләрен үҙләштерә, шул иҫәптән электрон растрлы һәм яҡтылыҡ микроскопияһын ҡуллана. Ҡытай белгестәре менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе булып фәнни баҫма тора. Шулай уҡ студент абруйлы журнал өсөн тағы бер мәҡәлә әҙерләү өҫтөндә эшләй.

Яҡын киләсәктә Эльмира Абдрахманова - рус һәм инглиз телдәрендә диплом эшен уңышлы яҡлау, шулай уҡ ике университеттың — Рәсәй һәм Ҡытай университеттарының дипломдарын алыу өсөн икеләтә магистратураға инеү тураһында уйлай.

Сәйәхәт миңә бик күп сағыу хистәр бүләк итте - Ҡытай мәҙәниәте һәм аш-һыуы беҙҙең мәҙәниәттән ныҡ айырыла. Башҡа илдә үҙаллы йәшәү ҡыҙыҡлы булды. Университетта мин профессорҙар һәм аспиранттар менән инглиз телендә, ә көндәлек тормошта ҡытай телендә аралаштым. Минеңсә, телде яҡшы белеү кимәленә еткәнмендер. Был тәжрибә фән өсөн генә түгел, ә тормош өсөн дә ҡиммәтле: мин башҡа мәҙәниәт кешеләре менән аралашырға һәм халыҡ-ара лабораторияла эшләргә өйрәндем.

Эльмира Абдрахманова.

«Йәштәр һәм балалар» проекты йәштәргә һәләттәрен үҫтереү һәм тормошта уңыштарға өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Проект нигеҙендә - мәктәптәр төҙөү һәм модернизациялау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы ысулдарын эшләү һәм уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Шулай уҡ проект донъя кимәлендәге кампустарҙы үҫтереүгә һәм «Приоритет 2030» программаһы сиктәрендә университеттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан эшләй башланы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас