Өфөлә "Айыҡ ауыл - 2025" конкурсының еңеүселәрен билдәләү тантанаһы бара. Беҙҙең райондан Исмәғил ауылы ҡатнашты, улар хаҡлы рәүештә икенсе урын яуланы! Һәм... 4 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды!
Исмәғилдәр һәр өлкәлә әүҙем булдылар: төрлө саралар үткәрҙеләр, спорт ярыштары, халыҡ уйындары ойошторҙолар, район һәм республика кимәлендә лә үҙҙәрен юғары кимәлдә күрһәттеләр.
Башҡа райондар менән ярыштарҙа, конкурстарҙа осраштылар. Профилактик әңгәмәләр, дәррәү өмәләр үтеп торҙо.
Һәр кем ҡулынан килгәнсә - кем аҡсалата, кем аҙыҡ-түлек посылкалары әҙерләп, маскировкалау селтәрҙәре бәйләп - махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ярҙам итәләр
Бына шатлыҡлә хәбәр - улар еңеүселәр сафында!!! Афарин!!! Ҡотлайбыҙ!!