

«Лаборатория диагностикаһының иң яҡшы табибы» номинацияһында Беренсе урынды Талбазы үҙәк район дауаханаһы табибы Гөлнара Ибраҡова яуланы.
Гөлнара Хәсән ҡыҙы — ысын профессионал. Уның компетентлылығы, яуаплылығы һәм иғтибарлылығы пациенттарға ваҡытында һәм аныҡ диагностика алырға ярҙам итә. Был ауырыуҙарҙы уңышлы дауалау һәм иҫкәртеүҙең мөһим элементы булып тора. Уның профессиональ ҡаҙаныштары республика кимәлендә танылды. Былтыр ул «Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған табибы»исеменә лайыҡ булды.
Ауырғазы табибы Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй конкурсының III этабында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.
Гөлнара Хәсән ҡыҙын лайыҡлы еңеү менән ҡотлайбыҙ! Федераль кимәлдә лә уңыштар теләйбеҙ!