Рух
+14 °С
Облачно
Новости
6 Мая 2025, 04:41

Ветеранға - 100 йәш!

Бөгөнгө яҙҙың сағыу ҡояшлы көнөндә яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф ағай Мөсәғитов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй, уға 100 йәш.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ветеранға - 100 йәш!Ветеранға - 100 йәш!
Ветеранға - 100 йәш!

Шәриф Мөсәғитов Ауырғазы районының Ҡорманай ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда уға 16 йәш була. Ул комбайнсы булып эшләй. 1943 йылда Ырымбур өлкәһе Тоцк районы полкына, һуңынан Белорус фронтына саҡыралар. Ул Германияны азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша.

Шәриф Ғәҙи улы, һуғыштан ҡайтҡас, Талбазы ауылында механизатор булып эшләй. Бында ул буласаҡ ҡатыны Рәшиҙә Әхмәтвәли ҡыҙы менән таныша. Ир менән ҡатын 51 йыл татыу йәшәй. Дүрт балаға ғүмер биреп, ете ейән-енәнсәргә олатай-өләсәй булалар.

Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Шәриф Ғәҙи улы күп миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары бар. Быйылғы Еңеүҙең 80 йыллығына ҡарата уға юбилей миҙалы ла тапшырылды.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, фронтовик әле лә ныҡлы һәм үҙе үткән хәрби юлын яҡшы хәтерләй. Район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

Фронтовиктың ейәне Руслан махсус хәрби операциянан ситтә ҡалмай. Ул Курск өлкәһендә алыштарҙа ҡатнаша, унда, бурысын аҙағына тиклем үтәп, һәләк була. Ғаиләлә Батырлыҡ ордены һаҡлана, ул үлгәндән һуң тапшырылған. Шәриф Мусағитов, 1945 йылдың майында дошман тар-мар ителгән кеүек, тиҙҙән еңеү килер, тип ышана.

Йөҙ йәш – ул һан ғына түгел, ә аҡыл, тормош тәжрибәһе һәм кешеләргә ҡарата һөйөү менән тулы бер дәүер. Шәриф Мөсәғитов - һуғышты кисергән, илде тергеҙеүҙә ҡатнашып, йәш быуынға сыҙамлыҡ, батырлыҡ һәм изгелек буйынса әһәмиәтле һабаҡтар биргән быуындың символы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын сафта булып, тирә-яҡтағыларҙың ихтирам-хөрмәтендә ҡаршы алыуығыҙға шатбыҙ!

Хөрмәтле Шәриф Ғәҙи улы, һеҙҙе абруйлы юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, артабан да ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ хөрмәтендә ғүмер кисерергә яҙһын! Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!

#Победа80

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас