Рух
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
11 Апреля 2025, 11:35

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы бөтөрөлдө

Бөгөн, 11 апрель, Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса 1-се район-ара инспекцияһы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәтен теркәгән.

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы бөтөрөлдө«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы бөтөрөлдө
«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы бөтөрөлдө

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» етәксеһе Рәсүл Сәфәрғолов был ваҡиғаның предприятие эшенә ниндәй йоғонто яһаясағы тураһында һөйләне.

- Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының 2024 йылдың 13 декабрендәге 2999-сы бойороғона ярашлы «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелде. Яңы юридик шәхес бөгөн теркәлде. Уға яңы ИНН, ОГРН бирелә. Әле бөтә документтарҙы һәм филиалдарҙы, киң мәғлүмәт сараларын Роскомнадзорҙа теркәү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ, — тине Рәсүл Сәфәрғәлиев.

Предприятие етәксеһе блдәләүенсә, юридик процедуралар уҡыусыларға бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк, бөтә редакциялар ҙа ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә.  

— Киң мәғлүмәт саралары һаны буйынса беҙҙә бер нәмә лә үҙгәрмәй; 145 баҫма һәм тағы ла 9 электрон төрҙә эшләүен дауам итә. Субсидиялар рәүешендә республика бюджетынан финанслау һаҡлана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар 2019 йылда Дәүләт думаһы ҡабул иткән законға ярашлы үҙгәртеп ҡорола. 2024 йылдың 1 ғинуарынан 2025 йылдың 14 ғинуарына тиклем республиканың 97 унитар предприятиеһы ЕГРЮЛ-дан сығарыла, 23 предприятиены үҙгәртеп ҡороу һәм бөтөрөү тамамлана. 2025 йылдың аҙағына тиклем был закон үтәлергә тейеш.  

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас