Рух
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2025, 16:11

Башҡортостанда «Бал ҡорто» операцияһы иғлан ителде

Ул Башҡортостанда 10 апрелдән 10 майға тиклем дауам итәсәк. Был кампания сиктәрендә Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы, республика буйынса ветеринария дәүләт комитеты, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү органы һәм ЮХХДИ белгестәре бал ҡорттарын законһыҙ индереү осраҡтарын асыҡлау өсөн рейдтар үткәрәсәк.

Башҡортостанда «Бал ҡорто» операцияһы иғлан ителде
Башҡортостанда «Бал ҡорто» операцияһы иғлан ителде

Операция бөжәктәрҙең импортын ҡәтғи контролдә тотоу юлы менән бал ҡорттарының ауырыуҙары менән бәйле хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Рәсәйгә килгәндән һуң һәр партия Россельхознадзорҙың аккредитацияланған лабораторияларында ауырыуҙар булыу-булмауға лаборатор тикшереүгә дусар ителә. Әгәр анализ һөҙөмтәләре кире һәм башҡа боҙолоуҙар булмаһа, бал ҡорто пакеттары ил территорияһында ирекле таралыуы мөмкин.

-Федераль һәм төбәк кимәлендә сит илдән бал ҡорттарын контролдән тыш индереүгә ҡаршы саралар индерелде. Төп сәбәп — бал ҡорттары араһында яңы ауырыуҙарҙың таралыуы, был башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән бал ҡорто пакеттарын законһыҙ индереү арҡаһында килеп сыға. Был популяцияларҙың һаулығын насарайтыуға, балдың сифатын түбәнәйтеүгә һәм уның үҙенсәлекле характеристикаларын юғалтыуға килтерә, — тип билдәләне БР Ветеринария Буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 апрелдә республикала мобиль ветеринария лабораторияһы эшләй башланы. Уның бурысы-бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм төбәк умартасыларының балын тикшереү.

Фото: Дәүләт Комитеты

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас