Радий Фәрит улының һүҙҙәре буйынса, съезда республика өсөн генә түгел, бөтә милләт өсөн дә мөһим ваҡиға буласаҡ. Бигерәк тә әле илдәге ябай булмаған осорҙа.
«Ҡоролтай беҙҙең өсөн һәм Рәсәйҙән ситтә йәшәгән башҡорт халҡы өсөн ҡатмарлы ваҡытта үтәсәк. Йәмғиәттән ситләшкән, шул иҫәптән сит илгә сығып киткән ҡайһы берәүҙәр башҡорт милләтен тарҡатырға тырыша. Әммә улар әҙ, өҫтәүенә улар аҡылһыҙ - башҡорт милләтен тарҡатыу мөмкин түгел. Шуға күрә, Ҡоролтай беҙҙең өсөн бик мөһим ваҡиға буласаҡ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Бынан тыш, ул төбәктән ситтә йөҙҙән ашыу башҡорт мәктәбе эшләүен, уларға күберәк иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләне. Бөгөнгө көндә бөтә ресурстар ҙа төбәктә тупланған булып сыға, һәм шефлыҡ эше туҡтамаһа ла, күберәк иғтибар булһын ине..
БЮТ каналы видеоһынан скриншот.