Уны «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы.
– «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» танытмаһы дәүләт аша булдырылған социаль гарантияларҙы, льготаларҙы алырға ярҙам итәсәк. Ни өсөн фондың филиалында был эш башҡарыла? Cөнки беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы шәхси хәрби компанияларҙың вәкилдәренә ошо статусты алырға документтарҙы йыйырға ярҙам итәбеҙ һәм оборона министрлығына ебәрәбеҙ. Комиссиянан үткәс, һуғыш хәрәкәтендә ҡатнашыусы ветерандарҙың таныҡлығы беҙҙең аша килә һәм беҙ уларҙы тапшырабыҙ.
Ә дәүләт наградаларына килгәндә, тәү сиратта хәрби операцияла ҡатмарлы йәрәхәтләнгән, үҙҙәренең һаулығына ныҡлы зыян килтергән, фиҙакәр, алғы һыҙыҡта йәндәрен аямай тороусы егеттәребеҙ ала, икенсенән, махсус хәрби операциянан ҡайтҡас та, беҙҙең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, дәүләтебеҙгә битараф булмаған егеттәргә бирелә. Улар беҙҙең филиалға ярҙам итәләр. Ғөмүмән, район-ҡалаларыбыҙға ижтимағи-йәмәғәт эшендә ҡатнашып, ошо дәүләттең сәйәсәтен үткәрергә ярҙам итәләр. Йола буйынса, бындай саралар ойошторолоп тора, бөгөн наградалар һәм ветеран статусы алыусылар араһында адаптив спорт төрҙәре буйынса Башҡортостан йыйылма командаһында сығыш яһаусылар ҙа бар. Улар һәр ваҡыт беренсе урындарҙы алалар. Шулай уҡ йәмғиәт проектында ҡатнашыусылар ҙа бар, – ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Бүләкләү тантанаһына йыйылыусыларҙы сәләмләп, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғәмәтйәнов, хәрби инвалидтарҙың «Яугир» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһендә рәйес вазифаһын башҡарыусы Алексей Рыбаков теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.
– Тормошта төрлө хәлдәр була. Бер ваҡытта ла ҡанатығыҙҙы һындырмағыҙ, беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ, – тине улар.
Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеүселәр араһында Өфөнән Наил Ғайсин 2023 йылдың апрель айында контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған. Беренсе төркөм инвалиды, быға тиклем Батырлыҡ ордены, Жуков миҙалы менән бүләкләнгән.
Баш ҡалабыҙҙан Руслан Заһитов махсус хәрби операцияға юлланғанға тиклем дзюдо, самбо буйынса тренер булып эшләгән, 4-тән 18 йәшкә тиклемге балаларҙы күнектергән, Батырлыҡ өсөн миҙалы менән бүләкләнгән.
–Балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләй инем. «Тыуған илегеҙҙе яратаһығыҙмы? Тыуған илегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе һаҡларға әҙерһегеҙме?» – тип һорай торғайным. Балалар: «Эйе», – тип яуап бирә ине. Мобилизация башланғас, һүҙҙәр эшкә тап килергә тейеш тип иҫәпләп, үҙ теләгем менән «Ватан» башҡорт ирекле отряды менән махсус хәрби операцияға киттем. Ярты йыл хеҙмәт иттем. Унан хәрби йәрәхәт алып, бер аяҡһыҙ ҡалдым, әле 2 төркөм инвалидымын. Беҙҙең белгестәр аяғыма протез эшләрҙәр, тип өмөт итәм. Әле сәләмәт йәшәү рәүешен дауам итәм, спорт менән шөғөлләнәм,элек күнектергән балаларым менән дә бәйләнеш тотам. Протезымды эшләһәләр, Көрәш һарайында эшләргә теләйем, – ти ул.
Бүләкләү тантанаһынан һуң барыһы ла күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштө, филиалдағы белгестәрҙән ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.
Сығанаҡ: https://ye102.ru