Йәшелләндереү буйынса саралар бөтә ауыл советтарында ла үтте. Үҙәк майҙансыҡ булып Талбазы ауылында Химиктар урамы булды. Бында яҙ көнө һалынған аллеяны дауам итергә ҡарар ителде. Йома көндө Ауырғазы күп профилле колледжы студенттары көсө менән соҡорҙар әҙерләнде. Ә икенсе көндө үк уларҙың урынына 60-тан ашыу йәш йүкә ултыртылды. Уларҙы «Стәрлетамаҡ урмансылығы» дәүләт учреждениеһының район участкаһы бирҙе.
Акция төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр вәкилдәрен берләштерҙе, улар араһында мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә булды. Ауырғазыларға сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Альберт Яримов мөрәжәғәт итте. Ул акцияның киләсәк быуын өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уҡытыусыларҙы яҡынлашып килгән уҡытыусылар Көнө менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләне.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы тәбиғәт тураһында хәстәрлек традицияларын дауам итә һәм төбәк үҫешенә ҙур өлөш индерә.
- Акцияның бурысы-ағастар ултыртыу ғына түгел. Был ҙур ваҡиғаға халыҡ ҡатнашлығы булһын өсөн быны эшләү мөһим. Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ райондарында кешеләр ағас ултыртыуға сыҡты. Был бик шатлыҡлы. Ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ йәшел булырға тейеш, - Тине Радий Хәбиров.