Тантанаға район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов, мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдинов, Яңы Кәлсер ауыл хакимиәте башлығы Раил Диваев, район советы депутаты Лилиә Бүләкҡолова, эколог Миҙхәт Хәсәнов килде, геройҙың ата-әсәһе Эльза Рим ҡыҙы, Эдик Рафаэль улы, ҡатыны Айгөл Ғәлим ҡыҙы, бер туған ҡустылары, туғандары, ауылдаштары, мәктәп коллективы, уҡыусылар ҡатнашты.
Һәр сығыш яһаусы Русландың асыҡ, тырыш, изге күңелле кеше икәнлеген билдәләп үтте.
Арслан Нәзир улы үҙ сығышында батырҙарҙың иҫтәлеген һаҡлау уларҙың үлемһеҙлеген күрһәтә икәнлеген, ябай ауыл егеттәренең батырҙарса ил тыныслығын һаҡлауҙарын айырып әйтеп үтте.
Руслан Абдрахманов 2006 йылда Кәлсербуран ауылында асылған ике ҡатлы яңы мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға килде. Беҙ уның символик мәктәп асҡысын ҡулына ныҡ тотоп торғанын, Башҡортостандың президенты Мортаза Рәхимов менән бергә мәктәп ишеген асып ингәнен хәтерләйбеҙ. Руслан яҡшы уҡыны, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты, олоно – оло, кесене –кесе итә белде. Ауырғазы күп профилле колледжында һөнәр алып, крансы булып Өфөлә, һуңынан Норильскта эшләп йөрөнө. Өйләнде, ҡатыны Айгөл менән бәләкәй улдарын үҫтерәләр ине, йорт төҙөнөләр. Март айында үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китте. Яуҙа күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн Руслан Эдик улына һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены бирелде.
Бөгөн иһә ул белем алып сыҡҡан мәктәптә таҡтаташ асып, “Герой партаһы” булдырып, уның батырлығын мәңгеләштерҙеләр. Эколог Миҙхәт Рауил улы алып килгән 25 эрбет ағасы үҫентеһе мәктәп территорияһына ултыртылды.
Руслан тураһында яҡты иҫтәлек һәр саҡ хәтерҙә булыр, мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр.