Рух
+7 °С
Облачно
Новости
8 Сентября 2024, 03:23

Башҡортостанда республика башлығын һайлауҙар бөгөн тамамлана

Бөгөн, 8 сентябрь - республика башлығын һәм район, ҡала советтарына депутаттар һайлауҙың өсөнсө көнө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда республика башлығын һайлауҙар бөгөн тамамланаБашҡортостанда республика башлығын һайлауҙар бөгөн тамамлана
Башҡортостанда республика башлығын һайлауҙар бөгөн тамамлана

Төбәктә иртәнге сәғәт 8-ҙә һайлау участкалары йәнә ишектәрен асты. Улар  киске 20.00 cәғәткә тиклем эшләй.

7 сентябрҙә 20.00 сәғәткә билдәле булыуынса, ике көндә Ауырғазы районы халҡының 56 проценты тауыш биргән. Үҙәк һайлау комиссияһы йомғаҡтары буйынса, республика буйынса был һан 51 проценттан күберәк.

Районда 49 һайлау участкаһы комиссияһы эшләй. Өйҙә тауыш биреү өсөн көндөҙгө 14.00 сәғәткә тиклем участок комиссияһына тейешле ғаризаны бирергә йәки телдән мөрәжәғәт итергә була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығын һайлау 6 сентябрҙән 8 сентябргә тиклем дауам итә. Был көндәрҙә “Рәхмәт-2024” акцияһы бара. Һайлаусыларҙың фатир, автомобиль һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге бар.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас