30 августа Терәпә ауыл советында Бөйөк Ватан һуғышы яугир-яҡташтарға арналған ике мемориаль комплекс асылды. Төҙөкләндереүҙең бағыусыһы булып «Салауат крәҫтиән-фермер хужалығы»яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Василий Федоров тора. Был «Атайсал»проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Веселовка һәм Терәпә ауылдарында һалдаттарҙың исемдәре яҙылған гранит плитәләр барлыҡҡа килде. Терәпә мәктәбе территорияһындағы композицияны шулай уҡ обелиск һәм һалдат скульптураһы биҙәй. Авторҙары - Өфөлә бик күп арт-объекттар төҙөгән Хәлит һәм Тимур Ғәлиуллиндар. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Мөҙәрис Сафин яугирҙәр тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Асыу тантанаһына район хакимиәте вәкилдәре, депутаттар, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар саҡырылды. Улар патриотизмдың һәм ветерандарҙың ҡаһарманлығына хөрмәт күрһәтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөтәһе лә бындай башланғыстар яңы быуынды патриотик йүнәлештә тәрбиәләүгә булышлыҡ итә тип ризалаша.
Сара аҙағында ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды һәм һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Яҡташтарыбыҙҙың героик үткәне тураһында иҫтәлек мәңге ҡаласаҡ!