Рух
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2024, 14:06

ТӘҮГЕ ОПЕРАЦИЯ ЯҺАЛДЫ

Талбазы үҙәк район дауаханаһында тәүге тапҡыр йыуан эсәктең эпителиаль ҡатламдарын ( полипын) эндоскопик юл менән алып ташлау буйынса операция яһалды.

ТӘҮГЕ ОПЕРАЦИЯ ЯҺАЛДЫ
ТӘҮГЕ ОПЕРАЦИЯ ЯҺАЛДЫ

Был операция 2023 йылда ҡуйылған заманса эндоскопик ҡорамалдар ярҙамында мөмкин булды. Ҡорамалдар дауаханаға Һаулыҡ һаҡлау милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы буйынса килтерелде. Хәҙер бындай ауырыуҙарға сит ҡалаларға бармайынса, үҙебеҙҙә генә полиптарҙы алдырыу мөмкинлеге булдырылды.


Полиптарҙы махсус эндоскоп ярҙамында алып ташлайҙар һәм үҫентенең аяғы ҡыҫыла. Операция бик ябай һәм пациенттар тарафынан еңел кисерелә. Күпселек осраҡта ғәҙәти тормош менән икенсе көнгә үк йәшәргә мөмкин. Операциянан һуң пациент контроль эндоскопия үтергә тейеш.

Йыуан эсәктә полиптарҙы оператив диагностикалау һәм алып ташлау - яман шеш барлыҡҡа килеүен һөҙөмтәле иҫкәртеү сараһы.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас