Рух
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март , 16:04

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды махсус хәрби операция ветерандарына нисек ярҙам итә

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы социаль координаторҙарының махсус хәрби операция ветерандарына нисек ярҙам итә?

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы социаль координаторҙары Миәкә районынан махсус хәрби операция ветеранына - яңы һөнәр үҙләштереүҙә, ә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, Ҡырмыҫҡалы районынан балалар тренерына ауыл мәктәбендә спорт залын йыһазландырыуҙа ярҙам күрһәткән.

Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа — «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Яраланып ҡайтҡандар филиалда медицина консультацияһы һәм техник реабилитация саралары алырға мөмкин. Был юғары технологиялы протездар. Протездар ярҙамында егеттәр әүҙем тормош алып бара, адаптив спорт менән шөғөлләнә.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы социаль координаторҙарының махсус хәрби операция ветерандарына нисек ярҙам итеүе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт – эфир яҙмаһында.

Автор:
Читайте нас: