- Районыбыҙ йыл һайын ғаиләләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса программаларҙа ҡатнаша.
- Район хакимиәтендә бөгөн тағы бер ғаиләгә ярҙам бирелде. Шланлы ауылынан Семеновтар «Башҡортостан Республикаһында ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса сертификатҡа эйә булды. .
Күп балалы ғаилә башлығы Александр Ильич - фермер, ул малсылыҡ һәм иген культуралары үҫтереү менән шөғөлләнә.
Был программала ҡатнашыу ҡағиҙәләре менән түбәндәге һылтанма буйынса рәсми сайтта танышырға була: https://npa.bashkortostan.ru/41731/
- Шулай уҡ район хакимиәтендә белгестәргә мөрәжәғәт итеп мәғлүмәт алып була.
Хакимиәтт адресы: Талбазы ауылы Ленин урамы, 84-се йорт . Тел.: 8 (34745) 2-19-91.
Сығанаҡ: Ауырғазы районы хакимиәте сайты.