+12 °С
Ясно


Ауырғазы районынан ул махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә китте. Был арауыҡта үҙен ҡыйыу итеп күрһәтә. «Нокиа» позывнойлы егет яралы иптәшен яу яланынан күтәреп алып сыға һәм дошмандың ике квадрокоптерын юҡ итә. Уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Яугирҙың теләге буйынса награда уның ата-әсәһенә тапшырылды.
«Улығыҙҙы шундай илһөйәр итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! Ул беҙҙең геройыбыҙ, уның менән ғорурланабыҙ!»,- тигән һүҙҙәр менән район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов егеттең ата-әсәһенә миҙалды тапшырҙы.
Сығанаҡ: «Ауырғазы хәбәрсеһе»