Ғибаҙуллин Фоат Әхмәт улы 1972 йылдың июнендә Үтәймулла ауылында тыуған.
1979-1987 йылдарҙа ауыл мәктәбендә уҡый. 8 класты тамамлағас Салауат педагогия училищеһына, башҡорт бүлегенең башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерергә уҡырға инә. 1991 йылда педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта. 1991-1993 йылдарҙа Ике Ҡыҙыл байраҡ орденлы Балтиҡ диңгеҙе хәрби флотында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң, Үтәймулла мәктәбендә эшен дауам итә. 1995 йылда ситтән тороп Башҡорт Дәүләт университеты география факультетына уҡырға инә.
2002-2004 йылдарҙа Үтәймулла урта мәктәбе директоры, 2004-2014 йылдарҙа ошо уҡ мәктәптә уҡытыусы. 2014 йылдан хәҙерге көнгәсә Бишҡайын урта мәктәбендә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм башҡорт (дәүләт) теле уҡытыусыһы.
Өйләнгән, ике ҡыҙы, ике улы бар.