Мостафа ауылы егете Илгизәр Байморатов бер йылдан артығыраҡ Доставалов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт итә. Әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яғына ҡайтты.
Бында уны һөйгәне Элина көтөп торған, ҡайтыу менән егет ҡыҙға тәҡдим яһай. Үткән аҙнала йәштәр үҙҙәренең тормошонда мөһим ваҡиғаны – туй көнөн билдәләне.
Никах көнө икәнлеген белеп, район хакимиәте башлығы ЗАГС бүлегендә үткән сараға килеп, йәштәрҙе ҡотланы.
“Һәр ваҡытта ла яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ, изге киләсәк емеше булған мөхәббәт, бәхет һәм яңы ғаилә тыуыу өсөн урын табылыуы бик мөһим һәм тулҡынландырғыс. Дуҫтар,әйҙәгеҙ, йәш ғаиләгә мөхәббәтле тормош һәм именлек теләйек!”, - тип үҙенең сәхифәһендә Арыҫлан Нәзир улы теләктәрен белдерҙе.