Өлкән йәштәге пациенткаға бер нисә йыл элек үт ҡыуығында таш булыуын әйтәләр. Йәки, фәнни атамаһы – холецистэктомия. Ҡатын ауыртыу ваҡыттарында түҙеп, план буйынса операция эшләтергә ҡурҡыбыраҡ йөрөй,. Приступ ҡабатланып, үткән аҙнала ул хирургия бүлегенә килеп эләгә. Уға ашығыс рәүештә операция эшләйҙәр. Яңы табип Ринат Миңлеғолов эндоскопик ысул менән операциялар үткәрә. Ул хәҙер Талбазы дауаханаһында эшләйәсәк.
Эндоскопик хирургия яңы замандың «алтын стандарты» тип иҫәпләнә. Был яңы ысул буйынса эске органдарға операция ҙур булмаған (ғәҙәттә 0,5-1,5 см) тишек аша эшләнә. Лапароскопия ғәҙәттә ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы органдарҙа һәм янбаш ҡыуышлығында үткәрелә.
Тағы бер яңылыҡ – ул диагностик колоноскопия үткәреү. Колоноскопия – ул йыуа эсәк тиресәһен махсус көҙгө ярҙамында ҡарап тикшереү. Диагностиканың яңы төрө хәүефһеҙ һәм яман шештәрҙе, Крон ауырыуын, сей яралы колит кеүек специфик булмаған шештәрҙе, йыуан эсәктең тыумыштан булған үҫеш аномалияларын асыҡларға ярҙам итә. Был операцияны район дауаханаһының яңы баш табибы, табип-эндоскопист Азат Ҡотоев үткәргән.
Былар ауырғазылар өсөн бик яҡшы яңылыҡтар, әлбиттә. Мохтаждарға ярҙамы тейһен, йәшәү кимәлдәре яҡшырһын. Сәләмәт булайыҡ!