Рух
+14 °С
Облачно
Новости
31 Августа 2023, 14:43

Башҡортостандағы сәләмәтлек поезының яңы маршруты

Алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр медицина тикшереүе үтһен һәм тар йүнәлешле белгестәрҙән ярҙам алһын өсөн Башҡортостан буйлап Сәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандағы сәләмәтлек поезының яңы маршрутыБашҡортостандағы сәләмәтлек поезының яңы маршруты
Башҡортостандағы сәләмәтлек поезының яңы маршруты

«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, «Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге» модуле, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология дауаханаһының диагностика үҙәктәре ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереү бушлай. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй - табиптар сират буйынса ҡабул итә. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк.

Сентябрь айы маршруттары - Әлшәй, Дәүләкән, Дыуан, Илеш, Ҡыйғы, Өфө, Федоровка һәм Хәйбулла райондары. Ентеклерәк - Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында.

Файҙалы мәғлүмәтте яҡындарығыҙ менән бүлешегеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас