Документтарҙы 1 авгусҡа тиклем тапшырырға була.
«Атайлыҡ даны» премияһы әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ир-егеттәргә тапшырыла. Кандидат Башҡортостанда биш йылдан кәм йәшәмәгән Рәсәй гражданы булырға, ғаиләһендә үҙҙәренең йәки уллыҡҡа алынған балаларҙы үҫтерергә тейеш.
Бүләкләү тураһында хәстәрлекте атай кеше үҙе, йәки балалары, коллегалары, урындағы хакимиәт органдары, йәмәғәт ойошмалары күрә. Урындағы йәмәғәт палатаһы йәки республика хөкүмәт органдары янындағы йәмәғәт советы ҡултамғаһы булыу мотлаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (347) 280-82-36 телефоны аша алырға була. «Отцовская доблесть» тип билдәләнгән материалдар түбәндәге электрон почтаға ҡабул ителә: [email protected].
https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/443851/ һылтанмаһы буйынса конкурс Положениеһы менән танышығыҙ.