Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2023, 18:45

Биометрияны ҡайҙа һәм ҡасан ҡулланырға мөмкин

Биометрия кешене үҙенә генә хас үҙенсәлектәре, мәҫәлән, бармаҡ эҙҙәре йәки күҙҙәге селтәрле шекәрәне анализлау буйынса таный ала.

Биометрияны ҡайҙа һәм ҡасан ҡулланырға мөмкин
Биометрияны ҡайҙа һәм ҡасан ҡулланырға мөмкин

Биометрияны ҡайҙа һәм ҡасан ҡулланырға мөмкин:

  • 5 мең һумға тиклем ҡулаҡсаһыҙ иҫәп-хисап өсөн;
  • банкта дистанцион һәм шәхсән хеҙмәтләндергәндә клиенттың шәхесен раҫлау өсөн;
  • бәйләнеш үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндә;
  • мөһим объекттарҙың контроль-үткәреү пунктында;
  • хат йәки посылка алыу өсөн почтала.

      Ул нисек эшләй?

      Заманса махсус ҡоролмалар - сканерҙар, сенсорҙар һәм башҡалар кешенең биометрик мәғлүмәттәрен махсус мәғлүмәттәр базаһына яҙып ала. Система мәғлүмәтте хәтеренә һалып ҡуя һәм һанлы кодҡа үҙгәртә. Мәҫәлән, бармаҡ эҙҙәре. Сканерға ҡабатлап бармағығыҙҙы ҡуйғанда система яңы кодты элек яҙылған код менән сағыштыра. Әгәр кодтар тап килә икән, ул һеҙ икәнде таный.

       Биометрияны ирекле нигеҙҙә 18 йәштән теркәргә мөмкин. Ә һуңынан теләгән ваҡытта унан баш тартырға була. Биометрияны «Дәүләт хеҙмәте Биометрия» ҡушымтаһы аша йәки банк бүлексәһендә шәхсән тапшырырға мөмкин.

       Тулыраҡ - Дәүләт хеҙмәттәре порталында https://vk.cc/coqIOm

      Биометрияны ҡайҙа ҡулланыу тыйыла?

Хөкүмәттә биометрик мәғлүмәттәр менән эшләү ҡағиҙәләре тураһында ҡарар сығарылды. Уҡырға ҡабул иткәндә, йомғаҡлау имтихандарында, табипта консультацияла саҡта, рецепт буйынса дарыуҙар һатҡанда, шулай уҡ паспорт ярҙамында шәхесте асыҡлағанда биометрияны ҡулланыу тыйыла.

      Ҡағиҙә 2029 йылдың 1 июненә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: