Дәүләт Башлығы сығышы көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Уға хөкүмәт ағзалары, депутаттар, сенаторҙар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм хәрби махсус операцияла ҡатнашыусылар саҡырылған.
Рәсәй президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәрби операция темаһына ҙур иғтибар бүленәсәген белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы граждандары «был хәлгә баһа, махсус операцияны, халыҡ-ара хәлгә баһа биреүҙе һәм Президенттың бының менән нисек көрәшергә һәм артабан нисек үҫешергә кәрәклеге тураһында ҡарашын ишетергә теләй».
Президенттың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йыл һайын үткәрелә. 2022 йылда ул булманы. Путин быны ваҡиғаларҙың интенсив динамикаһы, һөҙөмтәләрҙе теркәү кәрәклеге менән аңлатты.
Политологтар фаразы буйынса, Президент үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә хоҡуҡи теркәлергә тейешле бер нисә ҡарарҙы иғлан итергә мөмкин.