Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2023, 17:53

БЕРҘӘМ ҒАИЛӘ КОНСУЛЬТАЦИЯЛАРЫ КӨНӨ ҮТТЕ

Бөгөн райондың Ғаилә үҙәге, опека органдары, район хакимиәте, үҙәк дауахана хеҙмәткәрҙәре, юристар Берҙәм ғаилә консультациялары көнө ойошторҙо. Сара “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Түрһәгәҙе ауылында үтте. #Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022 #Турсугали#Ауырғазырайоны #Аургазинскийрайон#Всемирныйкурултайбашкир

БЕРҘӘМ ҒАИЛӘ КОНСУЛЬТАЦИЯЛАРЫ КӨНӨ ҮТТЕ
БЕРҘӘМ ҒАИЛӘ КОНСУЛЬТАЦИЯЛАРЫ КӨНӨ ҮТТЕ

Ғаилә консультациялары көнөнөң төп маҡсаты булып халыҡҡа дәүләт ғаилә сәйәсәте һорауҙары буйынса мәғлүмәт биреүҙе яҡшыртыу тора.

 

Юрист, табип-нарколог, опека, эш менән тәьмин итеү үҙәге, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Улар йәш ғаиләләргә, ауыл хужалығында эшләгән кешеләргә торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға субсидия алыу шарттары, эш менән тәьмин итеү, хәҙерге заманда һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр тураһында аңлатты.  Кризис хәлдәренән сығыу, социаль яраҡлашыу темалары ла күтәрелде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: