Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2023, 21:33

ТҮРҺӘГӘҘЕ АУЫЛЫ – РЕСПУБЛИКА “АЙЫҠ АУЫЛ-2022” КОНКУРСЫНДА ҠАТНАШАСАҠ

БЫЛ АУЫЛ РАЙОН ЭТАБЫНДА ЕҢЕҮ ЯУЛАНЫ ҺӘМ РЕСПУБЛИКА ЭТАБЫНДА “БӘЛӘКӘЙ ТОРАҠ ПУНКТТАР” НОМИНАЦИЯҺЫНДА КӨС ҺЫНАЯСАҠ.   #Ауырғазырайоны#Аургазинскийрайон #Айыҡауыл#Трезвоесело2022года #ҡоролтай #курултай 

ТҮРҺӘГӘҘЕ АУЫЛЫ – РЕСПУБЛИКА “АЙЫҠ АУЫЛ-2022” КОНКУРСЫНДА ҠАТНАШАСАҠ
ТҮРҺӘГӘҘЕ АУЫЛЫ – РЕСПУБЛИКА “АЙЫҠ АУЫЛ-2022” КОНКУРСЫНДА ҠАТНАШАСАҠ

Район этабында ойоштороу комитеты презентация материалдарына ҡарап һөҙөмтә сығарҙы. Шулай итеп, быйылғы бәйгелә Түрһәгәҙе ауылы ҡатнашасаҡ. Бында ойоштороу комитеты төҙөлдө һәм раҫланды. Саралар үткәрелә лә инде.

Ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында төрлө һорауҙар ҡаралды, халыҡтың әүҙемлеген арттырыу, йәштәр менән эшләү йүнәлешендә һөйләшеү булды. Ултырышта Таштамаҡ ауыл хакимиәте башлығы Минсара Федорова, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәүә Зәбирова, ауыл старостаһы ҡатнашты.

Түрһәгәҙе ауылы халҡына берҙәм булып, сараларҙа әүҙем ҡатнашып, бәйгелә уңыштар, еңеү теләйбеҙ.

Белеүегеҙсә, үткән йылда Мораҙым ауылы “Эре тораҡ пункттар” номинацияһында икенсе урын яуланы.

БЕЛЕШМӘ:

Былтырғы кеүек үк, конкурстың республика этабында еңеүселәр тораҡ пункттағы халыҡ иҫәбенә ҡарап билдәләнәсәк:

“Эре тораҡ пункттар”;

“Ҙур тораҡ пункттар”;

“Уртаса тораҡ пункттар”;

“Бәләкәй тораҡ пункттар”.

Һәр номинацияла өсәрҙән 12 еңеүсе билдәләнәсәк. Белеүебеҙсә, 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән сараның приз фонды ун тапҡырға арттырылғайны.

Конкурс үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, халыҡта ҡыҙыҡһыныу, сәм уятты. Бәйгенең маҡсаты  - кешеләр күңелендә үҙенең һәм яҡындарының һаулығына иғтибарҙы арттырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Билдәле булыуынса, "Айыҡ ауыл" конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән ул кире тергеҙелде. Конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәр эскелеккә ҡаршы көрәшкә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш.

Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙа ыңғай тәжрибә, өлгөлө миҫалдар менән уртаҡлашыу өсөн муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана.  

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: