Рух
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2023, 12:54

МАХСУС ОПЕРАЦИЯЛА ҠАТНАШЫУСЫ ЯҠТАШ ЯУГИРҘАРЫБЫҘҒА УАЗ МАШИНАҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов махсус хәрби операция зонаһынан эш сәфәренән ҡайтты. Ул унда ирекмәндәр һәм мобилизацияланған яҡташтар өсөн республика гуманитар конвойы составында барҙы.

"Яҡташтарыбыҙ урынлашҡан ергә йөктө имен-аман алып барып еткерҙек. Көнкүреш өсөн махсус саралар, инструменттар, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек алып барҙыҡ-бер һүҙ менән әйткәндә, яугирҙарыбыҙҙың һорауы буйынса, беҙ улар менән даими бәйләнештә» - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

Нуғаҙаҡ ауылынан эшҡыуар Иванов Иван Семенович Һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Аҡ айыуҙар» сәйәхәттәр клубы ағзалары УАЗ автомобилен комплектлап тапшырҙы. Гуманитар йөктө булдырыуҙа «Уңыш» хужалығы етәксеһе Радик Рафиҡов та ҙур ярҙам күрһәтте.

"Яугирҙар яҡташтарына ярҙамдары һәм хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерә. Һеҙгә уңыштар, ҡыйыулыҡ һәм ныҡлыҡ теләйем! Һеҙҙе өйҙә еңеү менән көтәбеҙ!» ,- тип теләй Арыҫлан Нәзир улы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: