Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2023, 14:50

КЕСЕ ВАТАНЫҢ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫР ЯҘ ҺӘМ РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫНДА ЕҢЕҮСЕ БУЛ!

Дуҫтар! «Атайсал» «Атайсал» проекты һәм Башҡортостан Республикаһында Кесе ватан өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә республика шиғырҙар конкурсын уҙғарыу тураһында хәбәр итә. Унда үҙең ижад иткән шиғырҙар менән ҡатнашырға кәрәк.  

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы», «Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмалары менән берлектә бәләкәй ватанына - Атайсалға арналған үҙе ижад иткән шиғырҙар конкурсын иғлан итә.

 Конкурс башҡорт совет композиторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рим Хәсәновтың башланғысы буйынса уҙғарыла: «Атайсал эгидаһы аҫтында иң яҡшы шиғырға конкурс ойоштороу идеяһы тыуҙы. Был проект, бөтә тормоштоң, уның башланғысы һәм дауамы нигеҙе булараҡ, кесе ватанды аңлауға үҙ өлөшөн индерер тип уйлайым», - тип һөйләй проект тураһында композитор.

 Конкурстың маҡсаты - башҡорт, рус телдәрендә яҙышҡан һәләтле шағирҙарҙы асыҡлау.

Конкурста ҡатнашасаҡ авторҙар йәш сикләүҙәре юҡ, улар үҙҙәренең шиғырҙарын ике дәүләт телендә (русса, башҡортса) тәҡдим итә ала. Һәр йәш төркөмөндә еңеүсе һәм призер билдәләнәсәк.
 Шиғырҙарын «Атайсал» төркөмөнә йәки https://t.me/ataysalrb
Телеграм-канал чат-ботына ебәрергә мөмкин.

Тулыраҡ  Положениела

https://vk.com/ataysalrb

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: