Новости
16 Декабря 2022, 06:13

РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ ҮҘ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘҺЕНДӘ НИНДӘЙ БУРЫСТАР БИЛДӘЛӘНЕ?

15 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы - Дәүләт Йыйылышының 49-сы ултырышы сиктәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров парламентарийҙарға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. 

РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ ҮҘ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘҺЕНДӘ НИНДӘЙ БУРЫСТАР БИЛДӘЛӘНЕ?РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ ҮҘ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘҺЕНДӘ НИНДӘЙ БУРЫСТАР БИЛДӘЛӘНЕ?
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ ҮҘ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘҺЕНДӘ НИНДӘЙ БУРЫСТАР БИЛДӘЛӘНЕ?

*Еңел сәнәғәткә, ағас эшкәртеү тармағына һәм халыҡ художество кәсептәренә ярҙам программалары дауам ителәсәк, ә уларҙы финанслау күләме  арттырыласаҡ.

*Инвалидтарҙы техник реабилитациялау сараларын һәм түмәр-солоҡ умартасылығын етештереүгә ярҙам итеү кеүек ике яңы программа эшләй башлаясаҡ.

*Киләһе йылда Өфө Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х форумын уҙғара.

*Партнерлыҡ (ислам) финанслауы буйынса координация советы ойоштороласаҡ.

*Ауырғазы, Илеш, Дыуан, Йәрмәкәй райондарында яңы малсылыҡ майҙансыҡтары асыласаҡ.

 *Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге бөтә ерҙәргә инвентаризация үткәреләсәк. 2024 йылда һәр гектар ер файҙаланыласаҡ.

*Ауыл урамдарын яҡтыртыу программаһы тергеҙелә, уға йылына 300 миллион һум самаһы йүнәлтеләсәк.

*«Алданған өлөшсөләр» проблемаһы 2023 йылдың аҙағына тиклем хәл ителәсәк.

 *«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының маҡсатлы күрһәткесе - йылына 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү - 2030 йылға үтәлергә тейеш.

*Республиканың барлыҡ проблемалы юлдарын ремонтлау графигы төҙөләсәк һәм баҫылып сығасаҡ.

*«Сибай-Аҡъяр» автомобиль юлын ремонтлау 2023 йылдың яҙында башлана һәм 2024 йылдың аҙағына тамамлана.

*Урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын төҙөүгә, реконструкциялауға һәм капиталь ремонтлауға өҫтәмә рәүештә 4 миллиард һум бүленәсәк.

* Һәр муниципаль район юлдарға ҡом һибеү өсөн 10 миллион һум аҡса аласаҡ.

* Алдағы ике йылда 140 мәктәп бинаһы ремонтланасаҡ, уларҙың күпселеге ауыл ерендә урынлашҡан. Бының өсөн 6,5 миллиард һум бүленгән. Бынан алдараҡ, икмәкле йылдарҙа мәктәптәрҙе ремонтлауға күп тигәндә 600 миллион һум бүленгәйне.

*Йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һаны 150-гә тиклем арттырыласаҡ.

*Өфөнөң яңы фән һәм технологиялар университеты 2030 йылға 50 меңгә тиклем студентты уҡытасаҡ, унда 3 мең самаһы уҡытыусы һәм ғалим эшләйәсәк, ә уның килемен йылына 12 миллиард һумға тиклем еткереү планлаштырыла.

*Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Башҡортостан Башлығы хакимиәте менән берлектә 2030 йылға тиклем республиканың ғилми-технологик үҫеш программаһын әҙерләй.

*Халыҡ-ара студент кампусының тәүге объекты 2024 йылда асыла, ә проект тулыһынса 2026 йылда тормошҡа ашырыла.

 *Республика ғалимдарына грант ярҙамына Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре индерелде.

*2023 йылда Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, шулай уҡ Мәсәғүт, Ҡырмыҫҡалы һәм Баймаҡта балалар поликлиникалары, Оло Ыҡтамаҡта дауахана асыласаҡ.

*Шишмә районында Күсмә цивилизациялар үҙәген ойоштороу буйынса эштәр башланасаҡ.

*«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты киңәйтелә һәм ике тапҡыр күберәк пенсионерҙы - 20 мең кешене - үҙ эсенә ала.

*Подъездарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк, программаға 700 миллион һум бүленгән.

* «Башҡорт ихаталары» программаһының бюджеты арттырыла.

*2023 йыл - Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы

Сығанаҡ: https://www.bashkortostan.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас