2022 йылдың ун айында15 һөтсөлөк комплексы 204 мең тонна һөт етештергән, был дөйөм республика күләменең өс өлөшөн (643 мең тонна) тәшкил итә.– Йыл башынан 26 мең тоннанан күберәген Ауырғазы районының «Урожай» һәм Йәрмәкәй районының «Северная Нива Башкирия» һөтсөлөк фермаларында һауып алдылар, – тине ул. –20 мең тонна тирәһе – Саҡмағоштоң «СП Базы» һәм Стәрлетамаҡ районының «АП Калинина». Шулай уҡ бында маҡсатҡа йүнәлешле тоҡомсолоҡ эше һәм тармаҡты үҫтереүгә көс һәм саралар һалыу ҙа эштәрҙең һөҙөмтәһенә ыңғай тәьҫир итә.
Бөгөнгө көндә республикала 23 проект ошо йүнәлештә тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм хаҡы – 26 миллиард һум. Күбеһе – әҙерлектең юғары дәрәжәһендә, планлаштырылған финастың яртыһынан күбеһе ҡулланылған.
Белешмә:
Үҙ инвестпроекттарын тормошҡа ашырыусы предприятиелар милеккә һалым түләүҙән азат ителә, килем һалымына ташлама менән ҡуллана. Өҫтәмә преференциялар ҙа бар: проект өсөн ер участкалары һатыулашыуһыҙ арендаға бирелә, инфраструктура төҙөлөшө өсөн сығымдар ҡайтарыла.
Сығанаҡ: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.