Рух
+10 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2022, 14:08

Башҡортостан ирекле батальондарға техника һәм экипировка менән ярҙам итәсәк

Берҙәм логистика үҙәгенән сираттағы гуманитар колонна оҙатыла

Башҡортостан ирекле батальондарға техника һәм экипировка менән ярҙам итәсәк
Башҡортостан ирекле батальондарға техника һәм экипировка менән ярҙам итәсәк

Уға, автотехниканан тыш, ҡышҡы кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре, мейестәр һәм медикаменттар инә. Был Башҡортостан ДНР-ға, ЛНР-ға, Херсон һәм Запорожье өлкәләренә ебәргән 34-се гуманитар конвой. «Республика Башкортостан» гәзитенә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев һөйләүенсә, ете берәмек техника - шайморатовсыларға, алтауһы доставаловсыларға килтереләсәк.

Колоннаның формалашыуын, әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек, электроника һәм көнкүреш техникаһы тейәүҙе шайморатовсыларҙың һәм доставоловсыларҙың ҡатындары күҙәтте, сөнки яугирҙарыбыҙға хәрби хәрәкәттәр урындарына йөҙҙәрсә шәхси посылка оҙатыу - был гуманитар конвойҙың үҙенсәлеге буласаҡ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в