Новости
16 Ноября 2022, 14:46

Юнеско-ның «Янғантау» геопаркы Ҡырғыҙ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Ҡырғыҙ Республикаһының Ош ҡалаһында беренсе тапҡыр Үҙәк Азия буйынса ЮНЕСКО кластер бюроһы булышлығында «3GEO» - ЮНЕСКО геопарктарын булдырыу өсөн геомираҫ, геотуризм һәм геохеҙмәттәшлек халыҡ - ара форумы уҙҙы.

Юнеско-ның «Янғантау» геопаркы Ҡырғыҙ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәЮнеско-ның «Янғантау» геопаркы Ҡырғыҙ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә
Юнеско-ның «Янғантау» геопаркы Ҡырғыҙ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Сарала, ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алған Рәсәйҙәге тәүге геопарк - Башҡортостан Республикаһының Салауат районында урынлашҡан «Янғантау» геопаркы әүҙем ҡатнашты. Форумда тотороҡло туризм, мәғариф, фән һәм урындағы халыҡтың экологик үҫеше өсөн геологик мираҫтың потенциалын, шулай уҡ 3GEO өлкәләрендә партнерҙарҙы интеграциялауҙы тикшерҙеләр.

Айрат Ғәлиев 2018 йылдан «Янғантау» геопаркы Үҙәк Азияла геопарктарҙы үҫтереү эшмәкәрлегенә әүҙем йәлеп ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Форумда геопарк директоры уны ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәрендә танытыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ЮНЕСКО геопарктары критерийҙары һәм GGN селтәренә номинация досьеһын булдырыу хаҡында һөйләне, Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтендә «геопарк» төшөнсәһен асты. Геопарктың алдынғы хеҙмәткәрҙәре Айнур Ситдиҡов Һәм Аделина Хәсәнова геопарктың тотороҡло үҫеш һәм урындағы берләшмәләр менән үҙ ара эш итеү өлкәһендәге эшмәкәрлеге тураһында докладтар менән сығыш яһаны.

- Сара ЮНЕСКО геопарктары концепцияһын аңлауҙы яҡшыртыу һәм Үҙәк Азия илдәре ҡануниәтенә «геопарк» төшөнсәһен имплементациялау юлдарын эҙләү өсөн сәбәп булды. Әйткәндәй, Башҡортостан геопарктар тураһындағы законды әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашыра башлауҙа пионер булып тора – быға тиклем Рәсәй биләмәһендә һәм советтан һуңғы киңлектә бындай тәжрибә осраманы, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса Комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина.

 

Белешмә:

Был сараның төп маҡсаты - Үҙәк Азияла «3GEO» хеҙмәттәшлеге йүнәлешендәге тырышлыҡтарҙы берләштереү һәм эштәрҙе координациялау. Был форумдың тематикаһы геологик мираҫтың фән предметы булараҡ, иҡтисад һәм социаль үҫеш өлкәһе булараҡ геотуризм, шулай уҡ үҙәк Азия төбәгендә быға тиклем берлектәге резолюцияларға һалынған һөҙөмтәләрҙе тормошҡа ашырыу һәм алыу механизмы булараҡ геомәғлүмәт һәм геохеҙмәттәшлек араһында үҙ-ара бәйләнеште билдәләй.

 

Сығанаҡ: geopark-yangantau.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас