Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2022, 11:16

БАШҠОРТОСТАНДАН АРЫҪЛАН ШАФИҠОВ ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ МИҘАЛЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ

«Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалын Башҡортостандың Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡовҡа тапшырҙылар.

БАШҠОРТОСТАНДАН АРЫҪЛАН ШАФИҠОВ ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ МИҘАЛЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ
БАШҠОРТОСТАНДАН АРЫҪЛАН ШАФИҠОВ ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ МИҘАЛЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНДЕ

2022 йылдың 3 ноябрендә Федерация советында экстремаль хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерен ҡотҡарған үҫмерҙәрҙе һәм балаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. «Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалын Башҡортостандың Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡовҡа тапшырҙылар.

2022 йылдың мартында ул, саф һауала йөрөп ҡайтып килгәндә, ауылындағы өйҙән көслө төтөн сығыуын күреп ҡала. Өйгә төкәтмә итеп төҙөлгән мунса яна. Ут йылдам рәүештә торлаҡҡа күсә бара. Арыҫлан шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Бер нисә мәлдән йортҡа инеү мөмкин дә булмай. Шул саҡта Арыҫлан янып торған йортҡа тәҙрә аша инеп, өлкән йәштәге 2-се төркөм инвалидына һәм уның ҡатынына уттан сығырға ярҙам итә. Шулай итеп, үҙенең дөрөҫ, үҙ ваҡытында һәм тәүәккәл эш итеүе һөҙөмтәһендә Арыҫлан Шафиҡов ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған.

Арыҫлан үҙен герой тип иҫәпләмәй. Баҫалҡы, ғәҙел, тәүәккәл, намыҫлы. Ул бөтә балалар кеүек үк уҡый, әммә тырыша. Арыҫландың ғаиләһендә тауыш күтәрмәйҙәр, ата - әсәһе менән бер-береһен аңлап һөйләшеүгә, асыҡлауға, аңлатыуға өҫтөнлөк бирәләр. Үҫмер өсөн был бик мөһим.

Ғаиләлә кеселәре-туғандары, ике туған һәм өс туған ҡустылары һәм һеңлеләре. Арыҫлан өлкән ағай, шуға күрә һәр нәмәлә өлгө булырға тырыша.

- Ә ул героймы ни? - Арыҫландың атаһы Айҙар Шафиҡов, улының был ҡыйыуллығы тураһнда һорағас, ул ихлас ғәжәпләнә. – Минеңсә, ул нимә эшләргә тейеш, шуны эшләне. Ҡурҡаҡ кеше тәрбиәләмәүемә шатмын.

Арыҫлан Шафиҡов менән бергә Федерация Советында 16 төбәктән тағы 18 бала бүләкләнде. Наградаларға йәмғеһе 54 төбәктән 150-нән ашыу бала тәҡдим ителде. Йәш геройҙарҙы улар йәшәгән төбәктәрҙә тәбрикләйәсәктәр.

Башҡортостанда Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ведомство наградаларын Аделина Ронжина, Радмир Хөснөтдинов, Алмаз Хисмәтуллин, Елизавета Фәхриева һәм Анна Белякова тапшырасаҡтар. Ябай малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡатмарлы хәлдә иң яҡшы кешелек сифаттарын – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлек, ныҡлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәтте.

- Күп кешеләр ғүмерен аҙағынаса йәшәп, батырлыҡҡа һәләтлеме-юҡмы икәнлеген белмәй. Был балалар һәләтле булып сыҡты: башҡа кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарып, үҙҙәренекен хәүеф аҫтына ҡуйыу — был ҡаһарманлыҡ! - Рәсәй ғәҙәттән тыш Хәлдәр Министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов балаларҙың эштәрен шулай баһаланы.

Йола буйынса бүләкләү тантанаһы декабрь аҙағында, яңы йыл байрамдары алдынан үтәсәк.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: