Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2022, 23:10

14 ноябрҙән «Фест-2022 Финанс сәләмәт йәшәү рәүеше. Бөтә рәсәй файҙалы финанс ғәҙәттәре марафоны» старт алды

Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 14 ноябрҙән Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында традицион Бөтә Рәсәй Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы уҙғарыла. Ул «ФинЗож Фест-2022» Бөтә Рәсәй марафоны булараҡ яңы форматта үтә.

14 ноябрҙән «Фест-2022 Финанс сәләмәт йәшәү рәүеше. Бөтә рәсәй файҙалы финанс ғәҙәттәре марафоны» старт алды
14 ноябрҙән «Фест-2022 Финанс сәләмәт йәшәү рәүеше. Бөтә рәсәй файҙалы финанс ғәҙәттәре марафоны» старт алды

Сараның федераль операторы - Рәсәй финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты.

- «Финзож Фест-2022» финанс хәүефһеҙлеге һәм грамоталы финанс тәртибе мәсьәләләре буйынса халыҡтың киң ҡатламына мәғлүмәт еткереүҙе арттырыуға йүнәлтелгән. Саралар дистанцион форматта уҙғарыла, был бөтә ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы мәғлүмәт бирә – теләһә ниндәй уңайлы ваҡытта һәм һәр ауылда, шулай уҡ маҡсатлы аудиторияға материалдарҙы файҙаланыу ваҡыты буйынса сикләнмәгән мөмкинлектәр бирә, - тип билдәләне Бр Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры Лира Иғтисамова.

«Финанс сәләмәт йәшәү рәүеше. Фест-2022» марафоны түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

- видеороликтар: эксперттар һәм финанс блогерҙарҙан файҙалы лайфхактар;

- уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн финанс белеме буйынса квест.

Саралар исемлеге менән, https://моифинансы.рф/ һылтанмаһы буйынса инеп. МОИФИНАНСЫ.РФпорталында танышырға мөмкин:.

Аҙна ваҡиғаларының республика календары Финанс университетының Өфө филиалы сайтында урынлаштырыласаҡ, сараларҙы 15 ноябрҙән үткәреү планлаштырыла.

Белешмә:

Саралар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың 25 сентябрендәге 2039-р һанлы бойороғо менән раҫланған 2017-2023 йылдарға Финанс белемде арттырыу стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: