Рух
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2022, 21:06

БАШҠОРТОСТАНДА "ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ"СТАРТ АЛДЫ

Башҡортостанда "Геройҙар ваҡыты" тип аталған яңы проект старт алды. Был-алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙ хаҡында ҙур булмаған видеоочерктар.

БАШҠОРТОСТАНДА "ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ"СТАРТ АЛДЫ
БАШҠОРТОСТАНДА "ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ"СТАРТ АЛДЫ

Тәүге сығарылыштың геройы - Илшат Вәхитов. Уның тураһындағы рапортта: "Илшат Вәхитов дошмандың тығыҙ уты аҫтында тейәлгән автомобилде хәүефһеҙ зонаға сығарҙы. Шул арҡала Рәсәй подразделениелары боеприпастарҙы ваҡытында алды. Фиҙаҡәрлеге һәм шәхси оҫталығы  өсөн Илшат Вәхитов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде”, - тип әйтелә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров проектты баһалап, республикала көн һайын баҫалҡы, тыйнаҡ геройҙар тураһында һөйләйәсәктәрен әйтте. Әммә шундай билдәле һәм бигүк күҙгә ташланмаған ҡаһарманлыҡтарҙан махсус хәрби операцияла еңеү сүкелә.

Видео проекта можно смотреть здесь: "Геройҙар Ваҡыты" проекты хаҡында республика Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов та үҙ фекерен әйтте: "Проект республика һәм ил халҡы яҡташтарыбыҙҙың хәрби көндәлеген күрһен өсөн кәрәк. Улар барыһы ла - геройҙар. Ошо аҙ ғына юлдар халыҡҡа барып етһен һәм кешеләр геройҙарын белһен һәм яҡташтары менән ғорурланһын. Егеттәрҙең барыһы ла һәйбәт, яңыраҡ шайморатовсыларҙа, унан алда достоваловсыларҙа булдым. Егеттәр дәртле, барыһына ла сәләм еткерә".

Проекттың видеоһын бында ҡарарға мөмкин https://t.me/bashbat02 и https://vk.com/bashbat

"Геройҙар ваҡыты" проектының беренсе сығарылышына һылтанма: https://disk.yandex.ru/d/sciEx5woooxNlQ

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в