Рух
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2022, 10:50

Башҡортостанда Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале уҙғарыла

9 ноябрҙә республика Хөкүмәте йортонда дәүләттәрҙең IX Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален үткәреүгә әҙерлеге тикшерелде.

Башҡортостанда Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале уҙғарыла
Башҡортостанда Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале уҙғарыла

9 ноябрҙә республика Хөкүмәте йортонда дәүләттәрҙең IX Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален үткәреүгә әҙерлеге тикшерелде. Был сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышын Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов үткәрҙе. Сараны уҙғарыу тураһындағы килешеүгә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы президенты, дәүләт Думаһы депутаты, олимпия чемпионы Ирина Роднина ҡул ҡуйҙы. Фестиваль үҙе 14-19 ноябрҙә Өфө ҡалаһында үтә.

- БДБ илдәре араһында халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале 2013 йылдан уҙғарыла. Беҙҙең республика уны үҙендә тәүге тапҡыр ҡабул итә. Сарала БДБ илдәренән, уларҙың диаспораларынан мәктәп командалары составында 13-15 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ Рәсәй мәктәп спорт клубтарының йыйылма командаһы ҡатнашасаҡ, тип планлаштырыла. Беҙгә Рәсәйҙән, Азербайжандан, Әрмәнстандан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Молдованан, Тажикстандан, Төркмәнстандан, Үзбәкстандан 450 йәш спортсының килеүен көтәбеҙ. Ярыштар 7 спорт төрө буйынса үтәсәк, - тип һөйләне Ирек Сәғитов.

Ултырыш эшендә Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһының башҡарма директоры урынбаҫары Борис Сосков ҡатнашты. Ул фестивалдә 9 ил спортсыларының ҡатнашасағын раҫланы. Бынан тыш, ярыштарҙа БДБ илдәренең Рәсәй территорияһында йәшәүсе командалары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Рәсәй төбәктәренеә мәктәп беренселектәрендә еңеүсе командалар инде.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов мәғлүмәте буйынса, барлыҡ әҙерлек саралары тулы күләмдә үткәрелгән. Фестиваль сиктәрендә мини-футбол, волейбол, 3х3 баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат буйынса ярыштар үтәсәк.

Фестиваль программаһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу тураһында Башҡортостан республикаһының Спорт-тамаша сараларын ойоштороу һәм үткәреү дирекцияһы идарасыһы Анна Двойнина һөйләне. Ул, 3х3 баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат буйынса ярыштар Р.А. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк, тип хәбәр итте.. Мини-футбол буйынса ярыштар Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә үтәсәк. Волейбол - «Динамо» спорт комплексында. Бөгөнгә судьялар бригадаһы ойошторолған. Төп программанан тыш, йәш спортсылар һәм фестиваль ҡунаҡтары өсөн мәҙәни программа һәм экскурсиялар ойошторола.

.

Фестивалдә ҡатнашыусылар балалар һәм үҫмерҙәр булыу сәбәпле, бөтә ойоштороусыларға ла ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Сәғитов.

- Беҙгә фестивалде, бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, юғары кимәлдә уҙғарырға кәрәк. Был халыҡ-ара ярыштар балалар-үҫмерҙәр спортының абруйын күтәреүгә һәм популярлаштырыуға тос өлөш индерер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың спортының абруйын нығытыр, тип ышанабыҙ,-тине вице-премьер.

 

Белешмә:

БДБ дәүләттәре араһында Халыҡ-ара мәктәптәр спорт фестивале 2012 йылда Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы башланғысы менән ойошторолдо. Уға БДБ дәүләттәре парламент-ара ассамблеяһы, дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды, Рәсәй Федерацияһы спорт министрлығы һәм Россотрудничество булышлыҡ итә, ә 2013 йылдан алып был сара илдең төрлө төбәктәрендә үткәрелеп килә.

Фестивалде ойоштороусылар - Рәсәйҙең Спорт, Мәғариф министрлыҡтары, Рәсәй хеҙмәттәшлеге, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берләшмәһе илдәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды, Башҡарма комитеты, Бөтә Рәсәй мәктәп спорты федерацияһы, төбәктәр хакимиәте.

pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в